ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Август 2022, 06:00

Башҡортостандан хәбәрһеҙ юғалған вахтасы үле килеш табылған

-

Башҡортостандан хәбәрһеҙ юғалған вахтасы үле килеш табылғанБашҡортостандан хәбәрһеҙ юғалған вахтасы үле килеш табылған
Башҡортостандан хәбәрһеҙ юғалған вахтасы үле килеш табылған

Туймазынан 37 йәшлек ир үҙенең Mitsubishi Lancer автомобилендә Себерҙән вахтанан ҡайтып килгәндә юғалған. «Туймазы хәбәрҙәре» гәзите хәбәр итеүенсә, туғандары менән һуңғы тапҡыр 10 августа бәйләнешкә сыҡҡан, улар борсолоп, полицияға мөрәжәғәт иткән.

Ирҙе һигеҙ көн эҙләгәндәр, һуңынан ул Златоуст тирәһендә үле килеш табылған. Трассанан ике саҡрым алыҫлыҡта, урманда, уның машинаһын, әйберҙәрен һәм телефонын, ә ерҙә үле кәүҙәһен тапҡандар.

Тәртип һаҡсылары фаразынса, уның һалҡын тейҙереп үлеүе ихтимал: ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһендә төндә температура -2 градусҡа тиклем түбәнәйҙе.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-08-21/propavshego-bez-vesti-vahtovika-iz-bashkirii-nashli-mertvym-2917033

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас