ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
22 Август 2022, 14:05

Бәшмәк урынына ...шартлатҡыс

Шикле әйбер шартлау хәүефе булған ЗС-40 скважина-шпур заряды булараҡ асыҡланған

Бәшмәк урынына ...шартлатҡысБәшмәк урынына ...шартлатҡыс
Бәшмәк урынына ...шартлатҡыс

Башҡортостандың Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә Архангел ауылы янындағы урманда бер кешенең шикле әйбер тапҡаны тураһында хәбәр ителә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядтың миналау төркөмө белгестәре объектты тикшереп, уны шартлау хәүефе булған ЗС-40 скважина-шпур заряды булараҡ асыҡлаған.

"Хәүефле табышты артабан тикшереү өсөн тәфтиш-оператив төркөмгә тапшырҙыҡ", - тиҙәр ведомствола һәм шикле әйбер табылған осраҡта урындағы халыҡты һәр саҡ хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итергә саҡыралар. Хәҙер белгестәр ни өсөн зарядтың ауыл янына ташлап китеүҙәрен асыҡлай.

Әгәр ҙә урманда йәиһә икенсе урында ниндәйҙер шикле әйбер тапһағыҙ, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау бүлегенә шылтыратығыҙ. Ҡыҙыҡһыныуығыҙ аҙаҡ фажиғәле тамамланып ҡуйыуы ихтимал. Һаҡ булығыҙ!

 

Фото: БР Рәсәй гвардияһы идаралығы сайтынан.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас