

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәүсе Геологтар урамындағы 53-сө йорттоң өҫкө ҡатындағы фатирға эләгергә теләп, фасад буйлап ҡуйылған газ торбаһы буйлап менергә уйлаған. Уны видеоға төшөргән күрше йорттарҙа йәшәүселәр ҙә хәүефле ғәмәлдең шаһиты булған.
Әйтергә кәрәк, Өфөлә даими рәүештә бинаның өҫкө ҡатынан кешеләрҙең ҡолап төшөү осраҡтары күҙәтелә, уларҙың күбеһе үлем менән тамамлана. Быға алкоголле эсемлектәр эсеү йәки нигеҙһеҙ хәүеф сәбәпсе.
фото:Социаль селтәрҙәр.