

Көйөргәҙе районының Арыҫлан-Әмәкәс ауылында кисә көндөҙгө сәғәт өстәрҙә 61 йәшлек водитель “ВАЗ-2111” автомобилендә идараны юғалтып, баҡсаға барып инә. Авария һөҙөмтәһендә эргәһендә ултырған ҡатыны ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте килгәнсе үк йән бирә. Пассажир хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған булған. Водителгә медицина ярҙамы талап ителгән. Табиптар уны ҡарағандан һуң өйөнә ҡайтарған.
Асыҡланыуынса, водитель иҫерек булған. Тикшереү һөҙөмтәһендә уның тынында литрға 1,121 миллиграмм алкоголле эсемлек барлығы асыҡланған. Әле тикшереү бара.
– Иҫерек килеш транспорт сараһына идара итеү элеккесә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. Кешеләр транспорт сараһына спиртлы эсемлектәр эскән килеш ултырып, үҙҙәренең генә түгел, ә башҡа кешеләрҙең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғанын әле һаман аңламай. Онотомағыҙ: уялыҡты юғалтмау кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға булышлыҡ итә, иҫерек водитель идара иткән автомобилдең тәгәрмәстәре аҫтында һеҙҙең балаларығыҙ, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ һәм яҡын кешеләрегеҙ ҡалыуы ихтимал. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары бындай мәғлүмәт килеү менән шунда уҡ сара күрә һәм иҫерек водителде тота, улар тыуҙырыуы ихтимал булған ҡурҡыныс юл аварияларға юл ҡуймай. Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарығыҙ, иҫерек водителдәр тураһында беҙгә хәбәр итегеҙ! – тип халыҡҡа мөрәжәғәт итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов.
Республиканың ЮХХДИ идарылығының мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ете айҙа 147 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 186 кеше зыян күргән, шул иҫәптән 41 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Иҫерек кешенең автомобилдә йөрөп ятҡанын күрһәгеҙ, “102” телефонына йәки Эске эштәр министрлығының урындағы бүлегенә хәбәр итегеҙ.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юлдарығыҙ имен булһын!
Фото: @bash_gibdd видеояҙмаһынан скриншот.
Автор:Рәмилә Мусина