

Силәбе юлында вахтанан ҡайтып килгән ир юғалған тип хәбәр иткәйнек инде. 37 йәшлек Рафаэль Гәрәев туғыҙ көн элек ғәйеп булғайны. Әле уны эҙләү туҡтатылған, тип хәбәр итә “Легион-СПАС” эҙәрмәндәр отряды.
Билдәле булыуынса, Рафаэль Гәрәев Нефтеюганск ҡалаһынан Туймазыға ҡайтып барған. Златоуст ҡалаһы тирәһендә иһә ул бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Уны Силәбе өлкәһе полиция хеҙмәткәрҙәре һәм “Легион-СПАС” эҙәрмәндәр отряды ирекмәндәре эҙләргә сыҡты.
Ирҙең Mitsubishi Lancer машинаһында хәрәкәт итеүе билдәле булған. Тәүҙә урман эсендә ирҙең боҙолған машинаһына юлығалар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ирекмәндәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре урманда уның шәхси әйберҙәрен – кейем, аяҡ кейемен һәм телефонын таба.
Кисә иһә ирекмәндәр социаль селтәрҙәр аша ауыр яңылыҡ еткерҙе: Рафаэль табылған, әммә ул һәләк булған. Уның нисек үлгәне әлегә билдәле түгел. Ирҙең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: социаль селтәрҙәр.