ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Август 2022, 16:40

Балкон емерелеп...

Ир менән ҡатын бәләгә тарыған

Балкон емерелеп...Балкон емерелеп...
Балкон емерелеп...

Өфөлә балкон емерелгән. Унда булған ир менән ҡатын дауаханаға оҙатылған.

Граждандарҙы яҡлау ҡала идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, был хәл 18 августа кискеһен Интернациональ урамы, 55 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң 2-се ҡатында теркәлгән. Шаһиттар мәғлүмәте буйынса, емерелгән ваҡытта балконда ике кеше булған. Урынға тиҙ арала ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

«Зыян күреүселәр - 1987 йылғы ир һәм 1984 йылғы ҡатын - тикшереү өсөн дауалау учреждениеһына оҙатылған. Бинаға емерелеү хәүефе янамай. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», - тип аныҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас