ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Август 2022, 11:24

Бер йәшлек бала...

Ата-әсәнең йорт тирәһендә булғанда иғтибарһыҙлығы, һаҡһыҙлығы оло бәләгә сәбәп булып тора...

Бер йәшлек бала...Бер йәшлек бала...
Бер йәшлек бала...

Йәрмәкәй районында саҡ оло фажиғәгә юл ҡуйылмаған. Бер йәшлек сабыйҙың әсәһе эштең ниҙә икәнлеген һиҙенеп, тиҙ арала медицина хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Табиптар тикшергәндән һуң, бәләкәстең ауыҙ эсенең, йотҡолоғоноң, тамағының химик матдәнән янғанлығын билдәләгән. Малайҙы кисекмәҫтән Өфөгә - республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар.

Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы арҡаһында әлеге ваҡытта бәләкәй пациенттың хәле уртаса: үҙаллы йөрөй һәм ашай ала. Ул табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында, дауаланыуын дауам итә.

Табиптарҙың әйтеүенсә, йотҡолоҡтары янып килгән пациенттарҙың күпселеге - берҙән 10 йәшкә тиклемге балалар. Был уларҙың был йәштә үтә ҡыҙыҡһыныусан булыуы менән бәйле. Шулай уҡ ата-әсәнең йорт тирәһендә булғанда иғтибарһыҙлығы, һаҡһыҙлығы ла оло бәләгә сәбәп булып тора. Ярамаған әйберҙәр баланың буйы етмәҫлек урында торорға тейешлеген онотмаһындар ине. Ә инде бындай хәлгә тарыған ваҡытта кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Фото:newsbash.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас