Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Август 2022, 19:11

Ир ҡапҡа эргәһендә йәшенеп көткән...

Динә Мәхийәнованың ғүмерен ҡыйған мәлдең видеоһы килеп сыҡты...

https://vk.com/beloradm Үҙенең ике балаһын әсәйһеҙ ҡалдырған ир ҡапҡа эргәһендә йәшенеп көткән...
Үҙенең ике балаһын әсәйһеҙ ҡалдырған ир ҡапҡа эргәһендә йәшенеп көткән...https://vk.com/beloradm

Агросәнәғәт секторын үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрҙе анализлау һәм күҙаллау бүлегенең 31 йәшлек етәксеһе Динә Мәхийәноваға иренең һөжүм итеү осрағы видеоһы килеп сыҡты. Яҙманы Белорет районы хакимиәте «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә баҫтырып сығарған. Унда Динәнең ата-әсәһенең йорто эргәһендә, ул балалар менән йәшәгән ерҙә, ҡойма эргәһендә ирҙең йәшенгәне күренә. Ҡулында бысаҡҡа оҡшаған ҡара төҫтәге әйбер бар. Енәйәтсе йортҡа яҡынлашып килгән машинаны (элекке ҡатыны, әхирәттәре менән бергә ултырған) күреп ҡалғас, боҫа. Артабан, ҡыҙ ҡапҡаны аса башлағас, ул ҡапыл йүгереп сыға һәм уға ташлана. Бер нисә секундтан һуң яҙҙырыуҙа Динәнең әхирәте күренә, күрәһең, ул эргәлә килгән һәм үлтереүсене күреп өлгөрә, һуңынан ул ҡапҡаның ҡыңғырауына баҫа.

Үлтереү факты Динә Мәхийәнованың ата-әсәһе йорто биләмәһендә урынлашҡан видеокүҙәтеү камераһы объективына эләккән. Йомшаҡ күңелле кешеләргә был видеояҙманы («18+») һис тә ҡарарға ярамай.

Ҡатындың элекке ире үҙ ғәйебен таныған. Ул ике айға һаҡ аҫтына алынған. Ир «үлтереү» статьяһы буйынса ғәйепләнә. Уға 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Ул ике бәләкәй улын әсәһеҙ ҡалдырған.

Шулай уҡ уҡығыҙ:

Динә менән хушлаштылар...

 

фото һәм видео: Башинформ.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: