Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Август 2022, 14:09

Башҡортостанда 15 йәшлек үҫмер туғанының машинаһын рөхсәтһеҙ алып сығып киткән һәм һәләк булған

-

Башҡортостанда 15 йәшлек үҫмер туғанының машинаһын рөхсәтһеҙ алып сығып киткән һәм һәләк булған
Башҡортостанда 15 йәшлек үҫмер туғанының машинаһын рөхсәтһеҙ алып сығып киткән һәм һәләк булған

Башҡортостанда 17 августа иртән Поляковка — Черниговка автомобиль юлының 2-се саҡрымында теркәлгән аварияла уҡыусының ғүмере өҙөлгән.

«Хендай Акцент» рулендәге 15 йәшлек үҫмер юл ситенә сығып осҡан. Бәлиғ булмаған водитель алған йәрәхәттәренән йән биргән. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

Автомобиль хужаһы һүҙҙәренсә, ҡустыһы унан һорап тормайынса, машинаға ултырып сығып киткән. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-08-17/v-bashkirii-15-letniy-podrostok-bez-razresheniya-zabral-mashinu-rodstvennika-i-razbilsya-2912219

Автор:Дарья Субботина.

 

Автор:
Читайте нас: