

Өфөлә йәшәгән берәү тимер ҡойманың осло башына ҡаҙалып торған. Нисек унда барып юлыҡҡан, тиһегеҙме?
21 йәшлек егет туйҙан ҡайтып барғанда ҡазаға тарыған. Был турала баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығында хәбәр итәләр.
Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, бәхетһеҙлек Өфөнөң 1-се Май урамында төнгө сәғәт 2-ләрҙә теркәлгән. Туй тантанаһында байрам итеп ҡайтып барған йәш кеше өйөнә тура сығыр өсөн осло тимер рәшәткеле ҡойма аша ынтыла, әммә аяғы тайып китеп, уның осло башына ҡаҙала.
Ҡотҡарыусыларҙы күңеле бәлә һиҙеп улын эҙләргә сыҡҡан әсәһе саҡырта.
"Ҡотҡарыусылар махсус ҡорамал ярҙамында тимерҙе бысып, егетте тотҡонлоҡтан ҡотҡара һәм "Ашығыс ярҙам" бригадаһына тапшыра", - тигәндәр идаралыҡта.
Бәлә һәр ерҙә һағалап тора, шуның өсөн һәр саҡ һаҡ, иғтибарлы булыу зарур, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Фото: 1pnz.ru