

Бөгөн төндә Хәйбулла районының Һамар ауылында ағас йортта янғын сыҡҡан.
Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, фажиғә һөҙөмтәһендә 1963 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлдө. Әлегә янғын сәбәптәре асыҡлана.
Белешмә өсөн, бөгөнгө көнгә ҡарай республикала 7471 янғын осрағы теркәлгән, уларҙа 135 кешенең ғүмере өҙөлгән, 166-һы төрлө йәрәхәттәр алған.
Хөрмәтле граждандар! Янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәү зарур:
электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ (бер розеткаға бик күп электр приборҙарын тоташтырмағыҙ);
электр йылытыу приборҙарын ҡабыҙылған килеш ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
электр тәьминәте ҡулайламаларын һәм приборҙарын төҙөк хәлдә тотоғоҙ;
яныу предметтары һәм материалдары янына электр йылытыу приборҙары ҡуймағыҙ;
өйөгөҙҙә еңел тоҡанып китеүсе һәм янар шыйыҡсаларҙы (ацетон, кәрәсин һ.б.) күпләп һаҡламағыҙ;
был матдәләрҙең аҙ ғына өлөшөн ябыҡ һауыттарҙа, йылытыу приборҙарынан алыҫта тоторға;
асыҡ утта мастикалар һәм лактар, аэрозоль баллондары йылытмағыҙ;
эҫе плитә йәки мейес өҫтөндә кейемде киптермәгеҙ;
тәмәке тартҡанда һаҡ булығыҙ. Түшәктә тәмәке тартыу хәүефле!
фото:Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.