ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Август 2022, 14:06

Юлда автобус янып киткән...

 Салонда 22 пассажир булған...

Юлда автобус янып киткән...Юлда автобус янып киткән...
Юлда автобус янып киткән...

Бөгөн 11 августа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына пассажир автобусы ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр килә.

Ул Бүздәк районындағы М-5 трассаһында теркәлә. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары йүнәлтелә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Өфө - Октябрьский» маршруты буйынса китеп барған КАвЗ автобусы хәрәкәт барышында янып киткән. Салонда 22 пассажир һәм бер водитель булған. Ваҡытында эвакуация ойошторолған. Зыян күреүселәр юҡ.

Автобус янғын һағы көсө менән һүндерелгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.

 

 

фото:МЧС РБ, МВД по РБ.

 

Юлда автобус янып киткән...
Юлда автобус янып киткән...
Юлда автобус янып киткән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас