ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Август 2022, 15:50

Ҡыҙҙы ҡотҡарған, ә дуҫын...

  

Ҡыҙҙы ҡотҡарған, ә дуҫын...Ҡыҙҙы ҡотҡарған, ә дуҫын...
Ҡыҙҙы ҡотҡарған, ә дуҫын...
Һүҙ көрәштереп, Өфөләге Йылы күлдә каналды йөҙөп сығырға булған 30 йәшлек ир батып үлгән. Был хаҡта баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.
 
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булған ир ике дуҫы менән яр буйында ял иткән. Алкоголь йоғонтоһонда улар "батырлыҡтар яһарға" тартыла һәм йәштәр һыу ятҡылығына ынтыла.
 
«Тәүҙә ҡыҙ бата башлаған - уны эргәлә йөҙгән егет ҡотҡарған. Әммә тонсоға башлаған дуҫына ярҙамға килә алмай - ул ныҡ йыраҡта була. Урынға Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығы водолаздары килә. Ярты сәғәттән һуң улар һыуға батҡан ирҙең кәүҙәһен тапҡан», - тип билдәләнеләр ведомствола.
 
Йәштәрҙең һыу инеүҙе тыйыу тураһында аншлагтар ҡуйылған, йыһазландырылмаған урында ял итеүе билдәле.
 
фото:Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас