ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Август 2022, 15:26

Иҫерек водитель арҡаһында...

20 йәшлек ҡыҙ юл фажиғәһе ҡорбаны булған

Иҫерек водитель арҡаһында...Иҫерек водитель арҡаһында...
Иҫерек водитель арҡаһында...
Бүздәк районында Chevrolet Cruze рулендәге водитель юл ситенә сығып осҡан, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов.

Юл фажиғәһе Бүздәк — Ҡаҙаҡлар-Ҡобау трассаһының икенсе саҡрымында теркәлгән. 20 йәшлек пассажир ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Полицияға билдәле булыуынса, 25 йәшлек водитель иҫерек булған. Уның үпкәһендә алкоголь кимәле 0,0490 мг/л тәшкил иткән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эше башланған, тип билдәләне Владимир Севастьянов.

 

Фото:Владимир Севастьяновтың ТГ-каналы.

Иҫерек водитель арҡаһында...
Иҫерек водитель арҡаһында...
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас