

Йәйге осорҙа үҫмерҙәр ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәттәре күбәйҙе, сөнки улар скутер һәм мотоциклдарҙа елдерә. Ә бит был транспортта йөрөүселәрҙең нигеҙҙә таныҡлығы булмай һәм улар ғәҙәттә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә теүәл үтәмәй. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмайынса шлемһыҙ йөрөүселәр ҙә бихисап. Скутерҙа идара итеүсе үҫмерҙәр күп осраҡта бәләкәй балаларҙы пассажир итеп йөрөтә. Был тағы ла хәүеф тыуҙыра. Шулай уҡ ҡайһы бер ата-әсәләр 14-15 йәшлек улына автомобиль рулен дә ышанып тапшыра. Үткән айҙа районыбыҙҙың бер ауылында береһе автомобилдә, ә икенсеһе скутерҙа хәрәкәт иткән ике үҫмер ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Был хәл күп ата-әсәләрҙе уйландырғандыр тип ышанғы килә. Әгәр ата-әсәйҙәр һағыраҡ булһа, замана техникаһын алып биреп, балаһының күңелен күрергә теләгәнсе, аҙағын уйлаһа, бәлки күп кенә бәлә-ҡазаны урап уҙырҙар ине. Сөнки ике тәгәрмәсле техника ҡатнашлығында юл-транспорт һәләкәттәре күп осраҡта бала ғүмере өсөн аяныслы тамамлана. Аҙаҡ терһәкте тешләрҙәй булырһың да ул... тик һуң булыр.
Район хакимиәте янындағы балиғ булмағандар менән эш һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия өлкәндәрҙең иғтибарына мөрәжәғәт итә. Улар балиғ булмағандарҙың үҙ аллы рулгә ултырырға тырышыуын тыйырға һәм контролләргә тейеш. Йәйге каникул көндәрендә айырыуса балаларға иғтибарлы булырға, автомобиль һәм мотоцикл асҡысын алыу мөмкинлеген сикләү, рулдә йөрөү күнекмәһе һәм бының өсөн тейешле хоҡуҡ танытмаһы булмағанда скутер менән идара итеүҙе тыйырға кәрәк.
Шулай уҡ балиғ булмағандар менән эш һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия балиғ булмаған водитель (16 йәше тулғандар) тарафынан мопед, скутер, мотоцикл, автомобиль менән праваһыҙ идара иткән өсөн 12.7-се статья, 1-се часҡа ярашлы, 5 меңдән 15 меңгә тиклем административ яуаплылыҡ ҡаралыуын хәтергә төшөрә. Транспорт сараһы махсус туҡталҡаға ҡуйыла. Әгәр балиғ булмаған 16 йәштән кесе булһа, уның өсөн законлы вәкилдәр ( ата-әсә йәки опекун) яуап тота. Улар 5.35-се статья буйынса административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителеүе мөмкин. Был осраҡта ла транспорт сараһы махсус туҡталға урынлаштырыла, балиғ булмағанға ҡарата тәьҫир итеү сараһы күрелә.
16 йәше тулғандарға тейешле белем биреү ойошмаһында уҡыу курсын үтеп, “М” категорияһы водитель таныҡлығын алғанда, мопед менән идара итеү рөхсәт ителеүгә ҡарамаҫтан, өлкәндәр был ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай һәм уйламай һатып ала. Улар үҙҙәре үк ғәзиз балаһы һәм тирә-йүндәгеләр өсөн хәүефле хәлдәрҙең ҡатнашыусыһы була.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыуыға вайымһыҙ булмағыҙ. Уларҙы мәктәпкә оҙатҡанда, уйнарға сығарғанда юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен аңлатығыҙ. Бала автомобилдең юғары тиҙлектә килеүен һәм йәйәүлене тапатмаҫ өсөн уны ҡапыл ғына туҡтатып булмағанлығын белһен. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтеү кәрәклеген көн һайын балаларығыҙҙың иҫенә төшөрөп тороғоҙ.
Фәнил Ишмырҙин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең өлкән инспекторы: