Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
4 Август , 13:43

Ялдан ҡайтып килгәндә…

Әсәйһеҙ ҡалған балалар әле дауаханала

Ялдан ҡайтып килгәндә…
Ялдан ҡайтып килгәндә…

2 августа Иглин районында булған үлемесле авария тураһында хәбәр иткәйнек. Һамар – Өфө – Силәбе трассаһының 1546-сы километрында "Renault Kaptur" машинаһы тәүҙә ҡаршы һыҙаттан килгән "Man" йөк машинаһына бәрелә, аҙаҡ, шулай уҡ ҡаршы һыҙаттан килгән "Lifan Solano" менән төкөшә. Һөҙөмтә аяныслы: бәрелештән һуң икенсе еңел автомобиль водителе урында һәләк була, биш кеше, шул иҫәптән өс бала төрлө йәрәхәттәр ала.

Әле был кешеләрҙең кемлеге асыҡланды. “Лифан”да һәләк булған водитель ҡатын Анастасияға 35 йәш. Артында 12 йәшлек улы менән 10 йәшлек ҡыҙы улырған. Улының башы ныҡ йәрәхәтләнгән, ҡыҙының мейеһе һелкенгән. Әсәйһеҙ ҡалған балалар әле дауаханала. Был ғаилә Нижневартовск ҡалаһында йәшәгән.

“Рено” руле артында ла ҡатын-ҡыҙ ултырған. 52 йәшлек Светлана Өфөнән, ул кондитер булып эшләй. Ҡатындың ун йыллыҡ водителлек стажы бар. Был көндө уның менән бергә машинала 35 йәшлек ҡыҙы һәм 15 йәшлек ейәнсәре китеп барған. Фажиғә көнөндә улар Сатҡы ҡалаһы янында тәбиғәттә ял итеп ҡайтып барған булғандар. Авария мәлендә пассажирҙар йоҡлаған. Һөҙөмтәлә водитель ҡатындың ҡабырғалары һынған, ҡыҙы ҡулын, ейәнсәре аяғын һындырған.

Әле ЮХХДИ был хәл буйынса тикшереү башлаған. Аварияның сәбәптәрен, кемдең ғәйепле булыуын асыҡларға кәрәк. Һәләк булғандарҙың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ә ҡалғандарҙы иҫкәртәбеҙ: юл хаталарҙы ғәфү итмәй! Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында бер ҡасан да оноторға ярамай. 

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

Видео:ЮХХДИ
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас в