

Кисә 2 августа 17:00 сәғәт тирәһендә Иглин районында Һамар—Өфө—Силәбе трассаһының 1546-сы саҡрымында 35 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Аварияла тағы биш кеше, шул иҫәптән өс бала зыян күргән. Был хаҡта Башҡортостан Эске эштәр министрлығынан хәбәр иттеләр.
«Рено Каптюр» руле артындағы 52 йәшлек ханым ҡаршыға килгән «Ман» фураһы, шунан «Лифан Солано» менән төкөшкән. Аварияла «Лифан»дың водителе - 35 йәшлек ҡатын алған йәрәхәттәрҙән үлгән. Уның 12 йәшлек улы һәм 10 йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатылған. «Рено» водителе һәм уның ике пассажиры - 35 йәшлек ҡатын һәм 15 йәшлек ҡыҙ ҙа медицина учреждениеһына ебәрелгән. Әле тикшереү бара, автотехник һәм суд-медицина экспертизалары тәғәйенләнгән», — тип билдәләнеләр полицияла.