ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Август 2022, 15:27

Уттан бер нимәлә ҡалмай...

Подольск ауылындағы фажиғә буйынса яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Уттан бер нимәлә ҡалмай...Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Уттан бер нимәлә ҡалмай...

15 июлдә иртәнсәк Подольск ауылындағы йортта янғын башланыуы тураһында яҙғайныҡ. Һөҙөмтәлә 1971 йылғы ҡатын һәм 2010 йылғы бала зыян күрә. Төрлө ауырлыҡтағы бешеүҙәр менән улар Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатыла. 17 июлдә ҡатынды Өфөнөң 18-се ҡала клиник дауаханаһына күсерәләр. Үкенескә күрә, кисә зыян күреүсенең дауалау учреждениеһында вафат булыуы тураһында мәғлүмәт килде.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы янғын хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләренә иғтибар итергә саҡыра:

- биналарҙа тәмәке тартмағыҙ һәм һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен ташламағыҙ;

- электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

- иҫерек булған яҡын кешеләрегеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа һәм уларға бәләкәй балаларҙы ҡарауға ҡалдырмаҫҡа кәрәк.

Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

 

 

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы.

Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Уттан бер нимәлә ҡалмай...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас