ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Июль 2022, 15:21

Ерле-юҡтан 19 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән...

Етмәһә, ике көн буйына ҡыҙ исеменән уның яҡындары менән телефондан яҙышҡан...

Ерле-юҡтан 19 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән...Ерле-юҡтан 19 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән...
Ерле-юҡтан 19 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән...

Туғыҙынсы июлдән унына ҡараған төндә Салауат ҡалаһы полицияһына 45 йәшлек ҡатын 19 йәшлек ҡыҙының юғалыуы тураһында хәбәр итә. Уның әйтеүенсә, ҡыҙы 7 июлдә кисен өйҙән сығып китә, ике көн дауамында шылтыратмай, хәлдәренең яҡшы - Ишембай районында булыуы, егет менән танышыуы, уның менән бергә йәшәргә йыйыныуы тураһында смс-тар ғына яҙа. Бер аҙҙан хәбәрҙәр килеүҙән туҡтай һәм әсә кеше полицияға ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 

Оперҙар юғалған ҡыҙҙы эҙләгәндә 23 йәшлек егеттең эҙенә төшә: ҡыҙ уның менән май айында уҡ социаль селтәрҙә танышып, етенсе июлдә улар осрашырға килешкән булалар. Тәүҙә егет ҡыҙҙың юғалыуына ҡатнашлығы булыуын инҡар итә. Һуңынан уны үлтереүен танып, ҡыҙҙың кәүҙәһе йәшерелгән урынды күрһәтә.

Уның һүҙе буйынса, ул 7 июлдә 19 йәшлек ҡыҙ менән осрашып, уны үҙенең машинаһында Стәрлетамаҡ районының Яңы Федоровка ҡасабаһына алып китә. Унда икәү-ара ыҙғышып, егет ҡыҙға бысаҡ менән сәнсә, кәүҙәһен ҡасаба янындағы ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшерә. Ҡыҙҙың телефонын алып, яҡындары эҙләмәһен өсөн, уның исеменән яҙыша, бөтәһе лә яҡшы, тип ышандырырға маташа. Әммә тиҙҙән ғәйепләнеүсе, эҙемтәләрҙән ҡурҡып, уның телефонынан ҡотола. Ләкин ҡурҡыныс енәйәте өсөн уға барыбер яуап тоторға тура киләсәк.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас