ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Июль 2022, 15:34

Водителде ҡулға алғандар...

Ул Сибайҙа юл ситенән барған 58 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән...

Водителде ҡулға алғандар...Водителде ҡулға алғандар...
Водителде ҡулға алғандар...

Сибайҙа иҫерек водитель юл ситенән барған 58 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Ошо хаҡта республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов һөйләне.

Юл-транспорт фажиғәһе кисә көндөҙгө сәғәт 2-лә Ҡарағайлы урамында теркәлгән. Владимир Севастьянов билдәләүенсә, авариянан һуң водитель ваҡиға урынынан ҡасҡан. Тиҙҙән полиция ғәйепләнеүсене ҡулға ала - ул быға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән 59 йәшлек ир булып сыға.

Бынан тыш, Nissan Almera автомобиле рәсми теркәлмәйенсә йөрөгән, ә хоҡуҡ боҙоусының организмында 1,089 мг/л алкоголь табылған. Әле был факт буйынса тикшереү бара.

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас