

Башҡортостан полицияһы Баймаҡта 14 йәшлек үҫмерҙең үлемендә ғәйепләнеүсе ирҙе эҙләй.
Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһында һөйләүҙәренсә, водитель автомобиль менән идара иткәндә 14 йәшлек ңҫмерҙе бәрҙергән, был хәл кисә киске сәғәт 11-ҙә Баймаҡ ҡалаһы Әлибаев урамында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, водитель авариянан һуң юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан.
«Республиканың ЮХХДИ ошо осраҡ буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белгән кешеләрҙе яҡындағы полиция бүлегенә йәки 7 (347) 235-84-02 телефоны буйынса дежур бүлеккә хәбәр итеүҙәрен һорай», - тип билдәләнеләр ведомствола.
фото:ЮХХДИ