ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Июль 2022, 09:18

Баланы ла, атаһын да йәл...

4 йәшлек сабыйҙың һыуға батып үлеүе тураһында яңылыҡты ишетеүе бик ҡурҡыныс....

Баланы ла, атаһын да йәл...Баланы ла, атаһын да йәл...
Баланы ла, атаһын да йәл...

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, был ҡот осҡос фажиғә 25 июлдә Мәләүез районының Иштуған ауылында булған: карьерҙа атай кеше дүрт йәшлек бала менән батып үлгән.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, 37 йәшлек ир дуҫтары менән яр буйында иҫерткес эсемлектәр ҡулланған. Тәүҙә шаһиттарҙан ашығыс хеҙмәттәргә һыуға батҡан сабый тураһында саҡырыу килде... Уның нисек һыуға батыуы һәм бәхетһеҙ осраҡҡа нимә сәбәпсе булыуы билдәһеҙ, ләкин баланың өлкәндәр яғынан тейешле иғтибарһыҙ ҡалдырылыуы көн кеүек асыҡ. Урынға ҡотҡарыусылар килгәс, уның кәүҙәһен һәм батып үлгән атаһының кәүҙәһен тапҡандар.

 

фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас