ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Июль 2022, 15:28

Йылан саҡҡандан һуң ике ҡатын дауаханаға эләккән

Береһе Хәйбулланан булһа, икенсеһе - Йылайыр районынан...

Йылан саҡҡандан һуң ике ҡатын дауаханаға эләккәнЙылан саҡҡандан һуң ике ҡатын дауаханаға эләккән
Йылан саҡҡандан һуң ике ҡатын дауаханаға эләккән

Башҡортостанда эҫе көндәр башланыу менән йыландар әүҙемләште, зыян күреүселәр бар.

Яңыраҡ Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан ике ҡатын ҡара йылан саҡҡандан һуң Сибай ҡалаһы дауаханаһына мөрәжәғәт иткән. Ике пациент та дауаханаға һалынған, тейешле дауалау курсы үтә, тип хәбәр итте «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһенә Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Милена Бочарова. Әлеге ваҡытта уларҙың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тәбиғәттә ял иткәндә хәүефле бөжәктәрҙән һәм инфекцияларҙан нисек һаҡланыу тураһында бында уҡығыҙ.

 

Фото:Ксения Калинина.
 
Шулай уҡ уҡығыҙ:
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас