ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Июль 2022, 14:52

Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған

Фажиғәлә 37 йәшлек ҡатын һәм 10 йәшлек бала...

Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйғанЯнғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған
Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған

Бөгөн Бөрйән районында сыҡҡан янғында 37 йәшлек ҡатындың һәм 10 йәшлек баланың кәүҙәләре табылған, тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Бөрйән районының Байназар ауылының Салауат Юлаев урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр иртәнге 06.50 сәғәттә ҡабул ителә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү ваҡытында 1985 йылғы ҡатын һәм 2012 йылда тыуған баланың үле кәүҙәләре табыла. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында мәғлүмәт асыҡлана. Янғын 208 квадрат метр майҙанды ялмап алған була. 07.50 сәғәттә һүндерелә. Янғынды һүндереүгә һигеҙ кеше һәм өс берәмек техника йәлеп ителгән.

Янғын сәбәбе тикшерелә. Объектта тәфтишселәр эште дауам итә.

 

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса төп идаралығынан.

Автор:Лилия Нуретдинова

Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған
Янғын ике кешенең ғүмерен ҡыйған
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас