ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Июль 2022, 14:56

Йәш ярымлыҡ малай әрәм...

Ул өйҙә әсәһе һәм өләсәһе менән бергә булған...

Йәш ярымлыҡ малай әрәм...Йәш ярымлыҡ малай әрәм...
Йәш ярымлыҡ малай әрәм...

Берҙәм диспетчер хеҙмәтенә Өфөнөң Красин урамындағы күп ҡатлы йорттоң һигеҙенсе ҡатындағы тәҙрәнән бер баланың ҡолап төшкәне тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар һәм "Ашығыс ярҙам" бригадаһы йүнәлә.

"Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренә йәш ярымлыҡ малайҙың үлеүен раҫлауҙан башҡа сара ҡалмай", - тип хәбәр итәләр ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.

Фаразлауҙар буйынса, сабый өйҙә әсәһе һәм өләсәһе менән булған.

Бындай фажиғә булыр өсөн бер нисә секунд та етә. Шуның өсөн балаларҙы бер үк яңғыҙҙарын бүлмәлә ҡалдырмағыҙ, бигерәк тә асыҡ тәҙрә янында, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар. Бәләкәстәр булған фатирҙа махсус фиксаторлы тәҙрә ҡуйҙырырға, йә булмаһа, бала үҙаллы аса алмаҫлыҡ итеп, тотҡаларын ысҡындырып алырға кәрәк.

Фото: resbash.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас