ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Июль 2022, 15:35

Бала һыуға батып барғанда, әсәһе уны фотоға төшөргән...

   

Бала һыуға батып барғанда, әсәһе уны фотоға төшөргән...Бала һыуға батып барғанда, әсәһе уны фотоға төшөргән...
Бала һыуға батып барғанда, әсәһе уны фотоға төшөргән...

Аҙна башынан Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һәм бөтә рәсми ял итеү зоналарында дежурҙа торған ҡотҡарыусы-йәмәғәтселәр дүрт баланы ҡотҡарған.

«Ожмах яры» пляжында ҡотҡарыусылар - 7 йәшлек малайҙы, «Аҡъяр Затон» пляжында 6 йәшлек ҡыҙыҡайҙы бәләнән ҡурсалаған. Хеҙмәткәрҙәр ике баланы - һигеҙ һәм ун бер йәшлек малайҙы - «Карьер» пляжында ҡотҡарған», - тип һөйләнеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡотҡарыусылар һүҙҙәренсә, балаларҙың барыһы ла ата-әсәләре менән һыу буйында ял иткән. Йыш ҡына улар бер үҙе һыу ингән, һәм уларҙы бер кем дә ҡарамаған. Тик бер осраҡта ғына һыуҙа бала менән әсәһе булған. Ҡатын йөҙөп йөрөгән улын фотоға төшөргән, ләкин уның бата башлауын аңламаған - балаға ҡотҡарыусы ярҙамға килгән.

 

Фото:МЧС по РБ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас