

Башҡортостанда йәшәүсе һыу буйына осраҡлы ғына барып, батып барған кешене ҡотҡарған. Был хәл кисә көндөҙ Өфө районының Авдон ауылы янындағы быуала булған.
Ир үҙенең автомобилендә быуа эргәһенән үтеп барғанда һыуҙа батып барған кешене күреп ҡалған. Водитель машинаны туҡтатҡан, һыуға һикергән һәм батып барған ирҙе ҡотҡарған.
Ошо хәлдең шаһиттары мәғлүмәтте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына тапшырған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, зыян күреүсе 1968 йылғы ир булған. Ул уртаса ауырлыҡтағы хәлдә Дим ҡала дауаханаһына оҙатылған.
фото:Башинформ.