

Өфөлә ҡоҙоҡҡа ҡолап төшкән һәм унда ике көн ултырған 56 йәшлек ир ҡотҡарылған. Ошо тураһында баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы хәбәр итә.
Был хәл Жилин ҡасабаһының Вересков тыҡрығында булған. Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, урында йәшәгән ир дачаһы янында ҡурай еләген йыйып, дүрт метрлыҡ ҡоҙоҡҡа ҡолаған.
Ҡотҡарыусылар зыян күреүсе янына төшкәндәр һәм альпинистик ҡорамал ярҙамында сығарғандар. Әле ир дауаханала, уның хәле ауыр. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.