

Ейәнсура районында ҡос осҡос хәл теркәлгән.
Ейәнсура районы кешеһе 57 йәшлек икенсе төркөм инвалид ағаһының юғалыуы сәбәпле, полицияға мөрәжәғәт итә. Ир кеше ауылда йәшәгән була, ике көн бәйләнешкә сыҡмай. Уның йортон ҡараған ваҡытта тупһала ҡан эҙҙәре, ә ихатала күнәк менән ҡапланған тимер таста ҡырҡылған кеше аяҡтары табыла. Ләкин ирҙең кәүҙәһенең ҡайҙа булыуы шунда уҡ асыҡланмаған. Ваҡиға урынына Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһе хеҙмәткәре саҡырылған.
«Артабанғы тикшереүҙәр һәм эҙләү саралары барышында өйҙән 80 метр алыҫлыҡта, урманда, ҡыуаҡлыҡтарҙа полицейскийҙар нимә эҙләгәндәрен тапҡандар. Үлтереүсе ҡорбанының кәүҙәһен ботаҡтар һәм үләндәр менән ҡаплап йәшерергә маташҡан. Тикшереү-оператив төркөм тиҙ арала енәйәтсенең эҙенә төшкән һәм уны тотҡан. Ул Иҫәнғол ауылында йәшәгән 31 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ғәйепләнеүсе ярты йыл элек төрмәнән сыҡҡан, урлашҡан өсөн хөкөмгә тарттырылған булған», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, тәүҙә ир кеше енәйәткә ҡағылышлы булыу-булмауын кире ҡаҡҡан, ләкин һорау алыу барышында, йыйылған дәлилдәрҙе күрһәткәндән һуң, үҙ ғәйебен таныған.
Енәйәтсе һүҙҙәренсә, төндә ул ауылда йәшәгән 57 йәшлек иргә ҡунаҡҡа килгән, улар менән 50 йәшлек күршеһе лә булған. Оҙаҡ ҡына иҫерткес эсемлектәр эскәндән һуң, ғәйепләнеүсе һәм йорт хужаһы араһында низағ ҡупҡан. Ул арала күршеһе өйөнә ҡайтып өлгөргән. Ҡунаҡ оло йәштәге ирҙең башына ағас тәҙрә рамының киҫәге менән 10 тапҡыр һуҡҡан, һуңынан уның башына балта менән һуҡҡан. Йорттоң йәрәхәтләнгән хужаһы иҙәнгә ҡолаған һәм йән биргән. Кешене үлтергәнен аңлап, енәйәтсе уның кәүҙәһенән ҡотолорға булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уны һөйрәп сығарыу еңелерәк булһын өсөн балтаһын алып, зыян күреүсенең аяғын киҫкән.
Енәйәтсе ҡорбанының кәүҙәһен урманға алып барғас, 50 йәшлек күршеһенә йүнәлә һәм улар бергәләп Иҫәнғол ауылына юллана, унда күпмелер ваҡыттан һуң ғәйепләнеүсене ҡулға алғандар. Уға ҡарата Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһе «үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
«Әлеге ваҡытта зыян күреүсенең кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән, ҡулға алынған кеше менән тәүге тикшереү эштәре алып барыла, уны һаҡ аҫтына алыу тураһында мәсьәлә хәл ителә, тәфтишселәр һәм криминалистар эш буйынса дәлилдәр йыйыуҙы һәм теркәүҙе дауам итә», - тип хәбәр иттеләр Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетында.
фото:Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты