

Башҡортостандың Асҡын районы Үтәш ауылында йәшәүсе ирҙең өҫтөнә ҙур төк бесән ҡолаған, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
37 йәшлек ир иҫән ҡалған, әммә төрлө йәрәхәттәр алған. Әле ул Асҡын үҙәк район дауаханаһында дауалана.