

Мәләүез районында бөгөн таңғы сәғәт 4 тула 20 минутта Өфө-Ырымбур федераль трассаһының 196-сы саҡрымында аварияла дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Ford Focus менән «Лада Ларгус» автомобилдәре төкөшкән. Ике водитель (1986 һәм 1992 йылғылар) һәм «Ларгус»тың бер пассажиры (1952 йылғы) ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. «Ларгус»тан тағы өс пассажиры дауаханаға һалынған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы ла бер пассажир (1960 йылғы) вафат булған.
Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ етәкселеге юл-транспорт ваҡиғаһы урынына юлланған. Тулыраҡ мәғлүмәттәр асыҡлана, тип билдәләнеләр ведомствола.
«Башинформ» сығанағының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, «Лада Ларгус» автомобиле рулендәге таксист Аҡъяр - Өфө маршрутын башҡарған.



