

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Өфө-Ырымбур автомобиль юлының Мәләүез районында ике машина төкөшөп, 4 кеше ғүмере өҙөлдө.
Башҡортостан ЮХХДИ-һы мәғлүмәт хеҙмәтенән яңы мәғлүмәттәр еткерелде.
“Ford Focus” һәм “Лада Ларгус” машиналары бәрелешеү һөҙөмтәһендә ике водитель, Ларгуста барған Йылайыр районынан 70 йәшлек пассажир һәм Хәйбулла районынан 62 йәшлек ҡатын һәләк булған. Табиптар тағы ла ике кешенең ғүмере өсөн көрәшә.
Фото ГИБДД по РБ