ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Июль 2022, 10:16

Республиканың көньяғында - дауыл һәм боҙборсаҡ

Тәбиғәт ғәрәсәте халыҡҡа ҙур зыян килтергән...

Республиканың көньяғында - дауыл һәм боҙборсаҡРеспубликаның көньяғында - дауыл һәм боҙборсаҡ
Республиканың көньяғында - дауыл һәм боҙборсаҡ

Кисә Башҡортостандың көньяғында, атап әйткәндә, Күмертау, Мәләүез яҡтарында көслө ел, дауыл күтәрелеп, боҙборсаҡ яуып үткән.

Видеояҙмаларҙан күренеүенсә, дауыл ҡоролмаларҙың ҡыйығын алып ташлаған, ағастарҙы һындырған, халыҡтың шәхси хужалығына, ҡош-ҡортона, техникаһына ла ярайһы уҡ ҙур зыян килтергән. Фотоларҙағы боҙборсаҡ тишкән машина быялалары, үлгән бәпкәләр ошо хаҡта һөйләй.

Видеояҙмаларҙың бер нисәүһе Ира ҡасабаһы янында төшөрөлгән. Хәл-торошто тикшереү, зыян күләмен билдәләү өсөн урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре юлланған, тип хәбәр итте newsbash баҫмаһы.

Фотолар һәм видео: Ватсап мессенджеры.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас