ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Июль 2022, 11:28

Хәйбулла районында фажиғә...

Ир зыярат эргәһендә тереләй янған...

Хәйбулла районында фажиғә...Хәйбулла районында фажиғә...
Хәйбулла районында фажиғә...

Бөгөн төндә Хәйбулла районы Пугачево ауылы зыяратына яҡын ерҙә автомобиль янған. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Ведомство мәғлүмәте буйынса, ваҡиға урынында 32 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй - фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Һәләк булған ирҙең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Фото:ГК РБ по ЧС.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас