ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Июль 2022, 10:59

Анһат ҡына өй төҙөргә уйлағандар...

Бөрйән районында ике ир лесничество биләмәһенән ағас ҡырҡҡан,  урман фондына 220 мең һумдан ашыу зыян килтерелгән

Анһат ҡына өй төҙөргә уйлағандар...Анһат ҡына өй төҙөргә уйлағандар...
Анһат ҡына өй төҙөргә уйлағандар...

Ике ир ихатала төҙөлөш эштәре башларға ниәтләй, әммә төҙөлөш материалдары һатып алырға уйламайҙар.

Иртәнсәк 24 йәшлек ир тракторында яҡындағы урманға барып,  бер нисә ҡарағайҙы бысып, ихатаһына алып ҡайтырға сыҡҡанда уны полиция хеҙмәткәре туҡтата. Ошо уҡ көндө ошо уҡ ауылдан тағы ла бер ир бернисә ҡарағайҙы быса. Ул ағасты тейәргә йыйынғанда тотола. Һөҙөмтәлә Рәсәй урман фондына  килтерелгән зыян 220 мең һумдан ашыу. Граждандарға  ҡарата ағастарҙы законһыҙ бысҡан өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте

https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас