

Сибайҙа Зәки Вәлиди урамындағы йорттоң фатирында бер ҡатын сәйер шарттарҙа яҡты донъя менән хушлашҡан. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, мәйетте 12 июлдә тапҡандар, алкоголь менән ағыуланыу йәки йығылыу версияһы ҡарала. «Башинформ» республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә ошо хәлгә аңлатма һорап мөрәжәғәт итте. Ведомствола урында йәшәгән ҡатындың үлем осрағын раҫланылар.
«Сибай район-ара тәфтиш бүлеге Сибайҙағы фатирынан дауаханаға килтерелгән ҡатындың үлем осрағы буйынса тикшереү алып бара. Әлеге ваҡытта үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы уҙғарыла», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.