ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Июля 2022, 15:38

Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған

Автомобиль металл өйөмөнә әүерелгән...

ЮХХДИ Мөғжизә менән генә иҫән ҡалғанЮХХДИ Мөғжизә менән генә иҫән ҡалған
Мөғжизә менән генә иҫән ҡалғанФото:ЮХХДИ

Өфө районында 12 июлдә көндөҙ «ВАЗ-2109» менән ҡаршыға килгән ISUZU йөк машинаһы бәрелешкән. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, авария Өфө - Шишмә автомобиль юлының 2-се саҡрымында булған. Юл-транспорт ваҡиғаһында «ВАЗ»дың 21 йәшлек водителе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Фажиғә факты буйынса тикшереү үткәрелә, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Шаһиттар әйтеүенсә, йәш егет ҡот осҡос аварияла «мөғжизә менән генә иҫән ҡалған». Еңел автомобиль металл өйөмөнә әүерелгән.

 

ЮХХДИЮХХДИ
Фото:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас