ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Июль 2022, 14:23

Фатирҙа йәшәүселәр люстранан тамсылап ҡан ағыуына зарланған

Баҡтиһәң, өҫкө ҡаттағы фатирҙа...

Фатирҙа йәшәүселәр люстранан тамсылап ҡан ағыуына зарланғанФатирҙа йәшәүселәр люстранан тамсылап ҡан ағыуына зарланған
Фатирҙа йәшәүселәр люстранан тамсылап ҡан ағыуына зарланған

Туймазыла 13 июлдә кискеһен бер фатирҙа йәшәүселәр түҙмәгән һәм ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратырға хәл иткән. «Башинформ»ға үҙенең сығанағы аңлатыуынса, уларҙың залдың түбәһендә сәйер тап барлыҡҡа килгән, ә люстранан насар еҫле, ҡанға оҡшаған көрән шыйыҡса тама башлаған.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улар өҫкө ҡаттағы фатирҙа йәшәүсе күршеһенә туҡылдатҡандар, ләкин бер кем дә ишекте асмаған. Уның ҡарауы, фатирҙан насар еҫ һиҙелгән. Шунан урындағы халыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә булған. Урынға тәртип һаҡсылары килгән. Сәйер еҫле фатирға инеү өсөн ишекте емереп асырға ҡарар ителгән. Баҡтиһәң, фатирҙа бер ир вафат булған. Мәйет биш-ете көн самаһы иҙәндә ятҡан», - тип һөйләне мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Республика Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы район-ара тәфтиш бүлеге 41 йәшлек ирҙең кәүҙәһен табыу осрағы буйынса тикшереү алып бара.

«Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелгән, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, енәйәт билдәләре асыҡланмаған», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас