ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Июль 2022, 04:48

Йәшендән һаҡланығыҙ

Әбйәлил районында йәшен аттарҙы атып үлтереүе тураһында яҙалар.

Йәшендән һаҡланығыҙЙәшендән һаҡланығыҙ
Йәшендән һаҡланығыҙ

Кисә Өфөлә йәшенле көслө ямғыр яуып үтте. Борсағы ла булды.

Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгә 16.00 сәғәттә Ҡариҙел йылғаһы буйында, Һупайлы ҡасабаһы тапҡырында, йәшендә ҡатын кеше зыян күрә. Килеп еткән “Тиҙ ярҙам” табиптары уның үлемен раҫлай.

Социаль селтәрҙәрҙә Әбйәлил районында йәшен аттарҙы атып үлтереүе тураһында яҙалар.

Шуға йәшен ваҡытында һаҡ булырға кәрәк. Ҡотҡарыу хеҙмәте йылға-күлдәрҙән алыҫыраҡ китергә, ҡулға тимер әйбер алмаҫҡа, телефонды сумкаға һалып ҡуйырға тәҡдим иттә.

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Автор:
Читайте нас