

Был ялдарҙа Мәләүез районындағы Нөгөш һыуһаҡлағысында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек. Бында тюбинг менән катер бәрелешеүе һөҙөмтәһендә йәш ирҙең ғүмере өҙөлдө. Әле иһә “КП-Өфө” баҫмаһы уның кемлеген асыҡлаған.
Ул - Мәләүез ҡалаһында йәшәгән 22 йәшлек Артур А. Яңыраҡ өйләнгән, атай булырға ла өлгөргән. Былтыр сентябрҙә никах уҡытҡандар. Бәпестәренә әле туғыҙ ай.
Күңел асырға тип барған ерҙә фажиғәгә тарыу осраҡтары тетрәндерә. Ял иткән саҡта ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмаһаҡ ине.
Фото: "КП-Өфө".