

Ярты йылдан һуң Мәләүездә яңы тыуған сабыйҙың үлеме тураһында енәйәт эшендә яңы сәбәптәр асыҡланды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуар аҙағында күптәрҙе 26 йәшлек ҡатын менән булған резонанслы хәл таң ҡалдырҙы. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, яңғыҙ әсә үҙенең сираттағы йөклөлөгөн барыһынан да йәшергән. Йәнәһе лә ҡатын балаһын эш урынында - ҡошсолоҡ фермаһында тапҡан, был ваҡытта бинала бер кем дә булмаған. Бында ла ул бала табыу фактын йәшергән. Ул баланың кәүҙәһен пакетҡа һалған һәм эш урынында сүп-сар контейнерына ташлаған. Әсә әйтеүенсә, малай үле килеш тыуған. Төбәк ведомстволары - тәфтиш комитеты һәм прокуратура - тикшереүҙәр ойошторҙо. Енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Тик суд-медицина экспертизаһы ғына яңы тыуған сабыйҙың үлем сәбәбен асыҡлай алған. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре яңыраҡ ҡына билдәле булған. Асыҡланыуынса, ҡатын дөрөҫөн һөйләгән - бала ысынлап та үле килеш тыуған. Был иһә уның енәйәт яуаплылығына тарттырылмаясағын аңлата.