

Өфөлә бөгөн12 июлдә көндөҙгө сәғәт 4 тирәһендә Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Ҡариҙел йылғаһының һул ярында - Һупайлы биҫтәһе ҡаршыһында - бер ҡатындың йәшен арҡаһында зыян күреүе тураһында мәғлүмәт килгән.
Шаһиттар уны уң ярға сығарып, ашығыс ярҙам бригадаһына тапшырған. Табиптар уның үлемен раҫлаған, тип хәбәр иттеләр ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Йәшендә һыу ятҡылығы янында булыу, айырыуса унда һыу инеү йәки балыҡ тотоу хәүефле. Шулай уҡ ҡулығыҙҙа металл әйберҙәр, гаджеттар тоторға ярамай - һауа торошо боҙолғанда уларҙы һүндереп сумкаға һалығыҙ», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.