

Был авария үткән аҙна аҙағында Красноярск крайында була. Р-255 “Себер” трассаһында яҡташыбыҙ, Салауат районы кешеһенең ғүмере өҙөлә. Был турала “На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итә.
Күп итеп әйбер тейәлгән “Мерседес” маркалы йөк машинаһының 25 йәшлек водителе хәүефле маневр яһай һәм ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға. Был саҡта шундай уҡ йөк машинаһы рулендә яҡташыбыҙ килгән була. Бәрелеш үтә көслө була, алған ауыр йәрәхәттәренән ир шул урында йән бирә.
Урындағы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, йәш водитель ялһыҙ, бер туҡтамай 12 сәғәттән ашыу килгән. Күрәһең, арыуы иғтибарын юҡҡа сығарғандыр... Әле был хәл буйынса тикшереү эштәре дауам итә.
Салауат районының Мөрсәлим ауылынан 44 йәшлек Миша Шамиев ҙур йөк машиналарында йөрөгән. Уны Малаяҙҙа ла, тыуған ауылында ла, Һатҡыла ла бик яҡшы белгәндәр. Ирҙек тәүге ҡатынынан ҙурайған улы һәм икенсе ғаиләһендә бәлиғ булмаған ике балаһы етем ҡалған. Ирҙе бик тәжрибәле водитель-профессионал булған тиҙәр. Әммә кемдеңдер яңылышлығы уның ғүмерен ҡыйҙы...
Фото: "На земле Салавата" баҫмаһы.