ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Июля 2022, 09:28

Татарстанда пассажирҙар теплоходы батҡан

Сәбәптәре 2011 йылдың 10 июлендә «Булгария» теплоходы менән булған һәләкәткә оҡшаш. Ул ваҡытта фажиғәлә 122 кешенең, шул иҫәптән 28 баланың ғүмере өҙөлдө.

Татарстанда пассажирҙар теплоходы батҡанТатарстанда пассажирҙар теплоходы батҡан
Татарстанда пассажирҙар теплоходы батҡан

Татарстанда пассажир теплоходы батҡан, уның бортында 35 кеше булған. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитетының транспорт өлкәһендәге үҙәк урындағы үҙидара идаралығының телеграм-каналы хәбәр итте.

10 июлдә, Аракчино янында Волга буйлап йөҙгән суднола авария булған. Бәхеткә күрә, ведомствола билдәләүҙәренсә, пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән - кешеләр тиҙ арала ҡотҡарылған һәм катерҙар, кәмәләр менән ярға сығарылған. Әле тәфтишселәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Яҡынса версия буйынса, 1994 йылда төҙөлгән Казанец-1 пассажирҙар катамаранын һыу аҫтына батыуына һиҙелерлек артыҡ йөк сәбәпсе булған. Иң күбеһе 15 кешегә иҫәпләнгәндә, уның бортында 35 кеше була, бынан тыш, катамаран техник яҡтан төҙөк булмаған. Ғәйеплеләргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ихтимал.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың 10 июлендә Татарстанда «Булгария» теплоходы батҡайны. Фажиғә 122 кешенең, шул иҫәптән 28 баланың ғүмерен өҙҙө.

 

Фото:центральное МСУТ СКР.

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас