ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Июль 2022, 09:52

Мунса мейесендә утынды тоҡандырғанда үҙе янып киткән

Ир ауыр хәлдә реанимацияға эләккән

Мунса мейесендә утынды тоҡандырғанда үҙе янып киткәнМунса мейесендә утынды тоҡандырғанда үҙе янып киткән
Мунса мейесендә утынды тоҡандырғанда үҙе янып киткән

Ашығыс ярҙам Стәрлетамаҡ дауаханаһына 69 йәшлек ирҙе килтергән, уның бите, муйыны, ҡулы, күкрәк ситлеге бешкән. Ул ауыр хәлдә реанимацияға эләккән.

Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Ведомствола асыҡлауҙарынса, зыян күргән ир мунса мейесендә утынды бензин ярҙамында тоҡандырырға маташҡанда, ут уның кейеменә күскән. Утты һүндерергә ҡатыны ярҙам иткән. Мунса зыян күрмәгән.

 

Фото:пресс-служба ГУ МЧС по РБ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас