

Үткән ял көндәрендә республиканың һыу объекттарында 6 кеше һәләк булған.
Октябрьский ҡалаһында һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урында 2002 йылғы егет батып үлгән. Краснокама районының Раздолье ауылында күлдә 1962 йылғы ир батып үлгән. Шулай уҡ Нуриман районы Келәш ауылы, Ағиҙел йылғаһы, Яҡшиван ауылы һәм Күмертау ҡалаһы янында һәләк булған ир-егеттәрҙең кәүҙәләре һыуҙан сығарылған. Үкенескә күрә, граждандар бәләкәй суднолар менән файҙаланғанда ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Мәләүез районының Нөгөш һыуһаҡлағысында гидроцикл ярҙамында йөрөгән һыу тюбингы менән катер бәрелешкән. Фажиғә һөҙөмтәһендә 1999 йылғы ир һәләк булған. Тағы бер ир зыян күргән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәҫкә, яңғыҙ һыу инмәҫкә, билдәһеҙ урындарҙа һыу инмәҫкә, ярҙан алыҫҡа йөҙмәҫкә һәм, иң мөһиме, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәләр.
фото:Башинформ.