

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов кисә Өфөнөң Калинин районында Өфө-Базилевка автомобиль юлының 7-се саҡрымында теркәлгән аварияның видеоһын телеграм-каналында ҡуйҙы.
Өфө районының 32 йәшлек ир идара иткән «Mitsubishi Outlander» менән 63 йәшлек ир идара иткән «Renault Sandero» автомобилдәре төкөшкән. Һөҙөмтәлә ваҡиға урынында ике водителдең дә ғүмере өҙөлдө.
Аварияла «Renault» автомобиленең пассажиры 41 йәшлек ҡатындың иҫән ҡалыуы билдәле булды. Ул төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү бара.