

Бер нисә көн элек Орск-Ырымбур юлында Орск яғынан килгән «Хендай Ай Икс 35” автомобиле водителе ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Лада Ларгус” машинаһы менән төкөшә. Автомобилдәрҙең береһе “Скания” йөк машинаһына бәрелә.
Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә 8 кеше һәләк булған, тағы ла 2 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләккән. Аҙаҡтан билдәле булыуынса, Ларгус машинаһында Мәскәүҙә вахта менән эшләгән ир-егеттәр була.
пресс-служба УМВД России по Оренбургской области
Фото: пресс-служба УМВД России по Оренбургской области