

Благовар районында М-5 «Урал» автомобиль юлының 1406-сы саҡрымында «Лада Ларгус» еңел автомобиле йөк машинаһы менән бәрелешкән. Был хаҡта республика буйынса ЮХХДИ-ның Телеграм-каналы хәбәр итә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2 кеше дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынында хәрәкәт өлөшләтә ябылған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ике йүнәлештә лә транспорт ағымын көйләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:ЮХХДИ.