ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Июль 2022, 06:04

Урамда йөклө ҡатынды туҡмаған...

Һәм үлем менән янаған...

Урамда йөклө ҡатынды туҡмаған...Урамда йөклө ҡатынды туҡмаған...
Урамда йөклө ҡатынды туҡмаған...

Белорет ҡалаһында полицияға бер ҡатын мөрәжәғәт иткән.

«Күрһәтелгән урынға килеп еткән тәртип һаҡсылары аяныслы хәлгә тарыған: ир яңы ғына үҙе туҡмаған ҡыҙға нисек тә булһа ярҙам күрһәтергә маташҡан. Зыян күргән ҡатындың битендә ҡан булған, һәм асыҡланыуынса, ул йөклө булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүсене ҡулға алған, ә ханымды дауаханаға оҙатҡан», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Асыҡланыуынса, бәхәстә ҡатнашыусылар - ир менән ҡатын. Белоретта йәшәгән 21 йәшлек ҡатындың һәм 37 йәшлек ирҙең ғаилә тормошон болотһоҙ тип атап булмай, ул ғауға-низағтар һәм һуғышыуҙар менән оҙатылған. Шуға күрә ҡыҙ, йөклө булыуына ҡарамаҫтан, өйҙән китергә булған. Ир бындай ҡарар менән риза булмаған һәм уны төҙәлергә мөмкинлек биреү үтенесе менән эҙәрлекләгән. Күтәрелгән тонда барған сираттағы һөйләшеү урамда, шаһиттар алдында үткән. Тирә-яҡтағылар киткәс, ир, вәғәҙәләрен онотоп, ҡатынының битенә бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Ир кеше уның янына ҡайтыуҙы талап итеүҙән тыш, талаптар үтәлмәһә, үлем менән янаған.

Уға ҡарата «үлем менән янау» һәм «аңлы рәүештә һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү» статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәт эшен тикшереү тамамланды, материалдар ғәйепләү акты менән судҡа ебәрелде. Был статьялар санкцияһы ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Фото:Ксения Калинина.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас